Ул үткән йыл менән сағыштырғанда 33 милион һумға күтәрелгән. 24 ойошманың хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын тотҡарлауы, йә иһә бөтөнләй түләмәүе асыҡланған. Өфө ҡала хакимиәтендә үткән кәңәшмәлә бурыслы ойошмалар етәкселәре менән бик ҡаты һөйләшеү булды. Контроль-күҙәтеү органдары ғына түгел, хеҙмәт хаҡы алмаусылар ҙа бурыслыларҙан яуап көтә. Тик ни өсөндөр ултырышҡа саҡырылған 7 ойошманың өсөһө килеүҙе кәрәкһеҙ, тип тапҡан. Өфө металл-пластик әйберҙәр етештереү заводы ла бөлгөнлөккә төшкән. Унда медицина техникаһы, мөмкинлектәре сикләнгән һәм сирлеләр өсөн реабилитациялау әйберҙәре етештерелгән. Хеҙмәт хаҡын түләй алмаусы ойошмаларҙың күбеһе төҙөлөш тармағынан. Уларҙың етәкселәре бурыстарын төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусылар иҫәбенә ҡаплау мөмкин, тип фаразлай. Тик ундай шарттарҙа тағы ла алданыусылар барлыҡҡа килеү ихтималлығы ла арта. Ойошманың тотороҡло эшләүе тәү сиратта етәксенең оҫталығына һәм инвесторҙарға бәйле. Өфөлә бөлгөнлөк хәлендә ҡалған һәм эштәрен яйға һалған предприятиелар ҙа бар. Айырым эш биреүселәр күҙ буяу менән шөғөлләнә. Улар тапшырған документтарҙа эш хаҡы буйынса бурыс бөтөнләй юҡ. 150 млн. һумдан ашыу түләнмәгән хеҙмәт хаҡының барлығы тик хеҙмәткәрҙәрҙең дәүләт органдарына мөрәжәғәт итеүе һөҙөмтәһендә генә асыҡланған. Ултырышҡа саҡырылғандар араһында 2011 йылда уҡ эш хаҡы буйынса бурыстары булыуы теркәлгән ойошмалар бар. Бурыс күләме 1 млн алып 16 млн-ға тиклем иҫәпләнә. Был хәлдең төп сәбәптәре — дебет бурыстары, атап әйткәндә, заказ биреүсенең башҡарылған эш өсөн түләмәүе, шулай уҡ, эш күләменең кәмеүе һәм төп бурыстарҙың береһе – аҡсаны дөрөҫ йүнәлтмәү, тип һанай комиссия ағзалары һәм артабан да бурыслыларҙы контролдә тотасағын белдерә.
Өфөлә эш хаҡы буйынса бурыстар арта
Тулыраҡ: Өфөлә эш хаҡы буйынса бурыстар арта