Европа илдәре дәүләттәре ҡасаҡтар өсөн сиктәрҙе ябырға ниәтләй. Австриянан һуң Словенияла сиктә контролде көсәйтеүе тураһында иғлан итте. Сербия иһә Германия һәм Австрияға транзит менән барыусы ҡасаҡтарҙы ғына үткәрәсәге тураһында белдерҙе.
Климаттың үҙгәреүе Давста үткән иҡтисади форумдың төп темаһына әйләнде. берләшкән милләттәр ойошмаһы генераль секретары пан ги Мун Парижда ҡул ҡуйылған килешеүҙе теүәл үтәргә саҡырҙы. Кире осраҡта донъяла иҡтисади үҫеш бөтөнләй туҡталасаҡ тине ул.
Күҙаллауҙарға ҡарағанда, 2050-се йылға пластик етешетереү 4 тапҡырға тиерлек артасаҡ. Уның ҡалдыҡтарының күп өлөшө сүплектәргә түгел океанға эләгә. Йыл һайын 8 миллион тонна пластик океанға ырғытыла.