Баш ҡалаға Ҡаҙағстан яҙыусыһы Табыл Ҡулыясов килде

Тулыраҡ: Баш ҡалаға Ҡаҙағстан яҙыусыһы Табыл Ҡулыясов килде

Ҡунаҡ башҡорт-ҡаҙаҡ халҡының тарихи серҙәрен өйрәнергә ниәтләй. Башҡортостандағы сәфәрен Табыл Ҡулыясов Өфө ҡалаһы архивынан башланы."Донъяла йәшәргә һәм башҡалар рәтендә ғүмер итергә теләгән милләт үҙенең үткән көндәрен белергә һәм үҙ тарихы менән дуҫ булырға тейеш", — тип әйтеп ҡалдырған Ризаитдин бин Фәхретдин. 80 йәшен тултырған ҡаҙаҡ яҙыусыһы Табыл Ҡулыясов та ошо фекерҙә. Ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ – башҡорт халҡы менән беҙҙе уртаҡ тарих берләштерә, уны төптәнерәк өйрәнергә теләйем, ти ул. Табыл Ҡулыясов 42 китап авторы, Ҡаҙағстандағы билдәле яҙыусы, аҡһаҡал. Ул башҡорт һәм ҡаҙаҡ халыҡтарының уртаҡ тарихын өйрәнеп китап нәшер итергә йыйына.Ҡаҙағстан яҙыусыларының һәм тарихсыларының Башҡортостан менән ҡыҙыҡһыныуы арта бара. Улар милли батыр Салауат Юлаевтың тормош һәм ижад юлын ентекләп өйрәнергә ниәтләй. Әле Ҡаҙағстан ҡунағы баш ҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарына сәфәр ҡыла, уларҙың тарихы менән ҡыҙыҡһына. Киләсәктә башҡорт-ҡаҙаҡ тарихы хаҡында китап сығарырға ниәтләй. Ошондай хозур ерҙә йәшәй башҡорт халҡы. Уны Аллаһы тәғәләнең бүләге итеп ҡабул итергә кәрәк.... Бына ҡарағыҙ ниндәй урман-ҡырҙарығыҙ бар. Башҡорттарғың быуыны ныҡ, киләсәге ышаныслы булһын...