Белем алырға бер ҡасан да һуң түгел

Тулыраҡ: Белем алырға бер ҡасан да һуң түгел

Өлкән йәштәгеләр күптәргә өлгө булырлыҡ. Улар өй эштәренән тыш, кино, театрҙарға йөрөргә, өҫтәмә һөнәр алырға ла өлгөрә. Күптән түгел өлкән йәштәге „студенттар„ микроавтобуслы булды. Хаҡлы ялдағылар замандан артта ҡалырға теләмәй. Улар буш ваҡыттарын файҙалы итеп уҙғарыу өсөн ошондай курстарға килә. Бында алған белемдәрен ҡалғандар менән дә уртаҡлаша.Университетта 50-гә яҡын клуб эшләп килә. Барыһына ла ололар ихлас, теләп йөрөй. Тырышһаң, хаҡлы ялға сыҡтым тип туҡтап ҡалмаһаң, заманса технологияларҙы ла үҙләштерергә лә мөмкин, ти бында уҡыусылар. Люция Фаварисова һигеҙенсе тиҫтәһен тултырып килгәндә компьютер серҙәренә төшөнә. Әле “уҡыусылар” компьютер нигеҙҙәрен, текст программаһында эшләргә, дауаханаға Интернет аша яҙылырға өйрәнә. Интернет менән яҡынданыраҡ танышҡандары, үҙҙәренә электрон почта асҡан һәм төрлө социаль селтәрҙә теркәлгән.Өлкәндәр йәш быуынды сәләмәт тормош алып барырға өндәп төрлө уҡыу йорттарында, йәй көнө лагерҙарҙа сығыш яһарға ниәтләй. Өсөнсө быуын университеты тыңлаусылары шулай уҡ театрҙарға һәм музейҙарға, төрлө ҡалалар буйлап экскурсияларға йөрөй. Үҙҙәре лә саралар, уйындар ойоштора. Университеттың үҙ транспорты булыу уларға яңы мөмкинлектәр тыуҙыра.Алда иһә, уларҙы тағы ла ҡыҙыҡлы һәм мәғлүмәтле дәрестәр көтә. Замандан артта ҡалмаҫҡа мөмкинлек биргән өсөнсө быуын университетына рәхмәтлебеҙ, ти тыңлаусылар.