Республика Хөкүмәте быйылғы һуңғы Оператив кәңәшмәһендә йылға йомғаҡ яһаны. Радий Хәбиров айырым тармаҡтар буйынса сығыштарҙан һуң киләсәккә бурыстарҙы билдәләп үтте. Төп күрһәткестәр Милли проекттарҙа билдәләнгән маҡсаттарға ҡарап баһалана. Уларҙың үтәлеше буйынса Башҡортостан илдә һәм Волга буйы федераль округында тәүгеләр рәтендә. Был маҡсатҡа 31 миллиард һумға яҡын аҡса тотонолған. 24 балалар баҡсаһы, 5 мәктәп, 2 миллион ярым квадрат метр торлаҡ төҙөлгән, 305 саҡрым юл ремонтланған. Былар башҡарылғандарҙың бер өлөшө генә. Пандемия эҙемтәләренән тыуым кәмеүе, эшһеҙлектең 6 тапҡырға артыуы борсоуға һала. Радий Хәбиров башҡарма власть алдында ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү менән бергә үҫеш тураһында ла онотмаҫҡа саҡырҙы. Иҡтисадта инвесторҙарҙы йәлеп итер өсөн яңы программалар уйлап табырға, муниципалитеттарға федераль программаларҙа ҡатнашып ҡала-ауылдарҙы төҙөкләндерергә. Бөгөн иң актуаль булып ҡалған сәләмәтлек йүнәлешендәге маҡсаттарҙы киләһе йылдың ошо тематика аҫтында үтеүе билдәләй. 2021 йыл Башҡортоастанда “Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙаҡ йәшәү” йылы тип иғлан ителде. Республика Башлығы ауыр йылды бергәләп үткән өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткереп йомғаҡланы. Бөгөн киске сәғәт етелә Республика Башлығы Радий Хәбировтың матбуғат конференцияһы үтәсәк. Уны тура эфирҙа «Рәсәй 24» һәм «Башҡортостан 24» каналдары аша ҡарай алаһығыҙ.