Өфөлә республиканың ММА Федерацияһының киңәйтелгән ултырышы үтте. Федерация райондарҙа үҙ бүлексәләрен асыуҙы дауам итеүҙе лә маҡсат итә. Ултырышта киләһе йылға ҡатнаш алыш спорты федерацияһы үткәресәк спорт саралары планы раҫланды. Федерация президенты Руслан Зарипов әйтеүенсә, төбәктәрҙә ҡатнаш алыш спортын дөрөҫ үҫтереү, уларға квалификациялы тренерҙар ҡуйыу мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Республика райондарында филиалдар асыуҙы дауам итеү һәм был спорт төрөн үҫтереү төп бурыстар исемлегендә. Заманса залдар, оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар үткәреү. Ошо йәһәттән хәҙер министрлыҡ, ведомостволар менән хеҙмәттәшлек юғары кимәлдә ҡорола.