Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, 2015 йылда — Башҡортостан буйынса 200-ләп кеше ялған араҡы эсеп, 60-лабы сифатһыҙ дарыуҙар ҡулланып, 40-ҡа яҡыны наркотиктарҙан, 95 кеше газдан ағыуланып вафат булған. Шулай ук 200 самаһы кеше көнкүреш химияһы, етештереүҙәге зыянлы парҙар һәм газдар арҡаһында яҡты донъя менән хушлашҡан. Араларында — йылан сағыуҙан вафат булыу осраҡтары ла бар. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 2015 йылда 4 меңгә яҡын кеше, ағыуланып сәләмәтлегенә зыян килтергән. Шуларҙың яртыһы — контрафакт алкоголь һәм наркотиктарҙан ағыуланған. Ялған спирт эсемлектәре ҡулланыусылар араһында — 33 бала булған, ә 20 үҫмер наркотик һәм психотроп матдәләр ҡулланып дауаханаға эләккән.
Республикала былтыр 600 самаһы кеше ағыуланып үлгән
Тулыраҡ: Республикала былтыр 600 самаһы кеше ағыуланып үлгән