Бөтәһе 710 мең кешенең сәләмәтлеге тикшерелергә тейеш булған, план — бер нисә процентҡа арттырып үтәлгән. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 134 мең ярым ауырыу теркәлгән. Уларҙың һәр өсөнсөһөндә тиерлек, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре асыҡланған. Диспансеризация барышында 1 мең 800-ҙән ашыу кешелә шәкәр диабеты, 500-ҙән ашыуында – яман шеш табылған. 6 мең 151 граждандың — йөрәге насар эшләй, 23 меңдән күберәк кешенең ҡан баҫымы юғары. Сәләмәтлеген тикшерткән 714 мең кешенең 26 проценты ғына тулыһынса һау-сәләмәт тигән мәғлүмәттәр бирә, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Башҡортостанда 2015 йылғы диспансеризация һөҙөмтәләре билдәле булды
Тулыраҡ: Башҡортостанда 2015 йылғы диспансеризация һөҙөмтәләре билдәле булды