Үҙәккә яңы ҡорамалдар ҡайтарылды. Быйыл йәй унан табыш алыу көтөлә. Көнъяҡ шахта үҙәген асҡандан һуң шахтерҙар руданы ике юл менән сығара башланы. Үткән айҙарҙа 285 һәм 350 метрлыҡ тәрәнлектәге шахтаға беренсе электровоздар, трансформаторҙар төшөрөлдө, электр һуҙылды. Рәфис Байғужин шахтала ун йыл эшләй. Яңы ҡорамалдар менән эш итеү хеҙмәтте күпкә еңелләштерә, ти ул.Белгестәр әйтеүенсә, яңы электорвоздар башҡаларҙан ҡеүәте һәм заманға яраҡлаштырып эшләнеүе менән айырылып тора. Октябрьск ер аҫты руднигында 10 тонналы электровоздар булһа, „Южный„ ҙа иһә улар 14 тонналыҡ. Белгестәр әйтеүенсә, шахтаға тиҙҙән яңы лифт, һыуыҡ миҙгелдәрҙә һауаны йылытыу ҡорамалдарын урынлаштырыу ҙа ҡарала.
Бүребай тау байыҡтырыу комбинатында көнъяҡ шахта үҙәге сафҡа индерелде
Тулыраҡ: Бүребай тау байыҡтырыу комбинатында көнъяҡ шахта үҙәге сафҡа индерелде