Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Кишиневта кәм тигәндә 50 мең кеше демонстрацияға сыҡты. Улар Павел Филип хөкүмәтенең отставкаға китеүен һәм парламентты ваҡытынан алда һайлауҙы талап итә. Тәртипһеҙлектәрҙе булдырмау өсөн хакимиәттәр министрҙар кабинетын яҡлап ойошторолорға тейешле митингты ла үткәрмәҫкә ҡарар иткән.

Ливияла Ислам дәүләте һуғышсылары һөжүм иткән нефть резервуарҙары яна. Рас-Лануф портында 2 миллион тонна баррель сеймал тултырылған һауыттар яна. ИГИЛ Ливияның нефть тултырыу порттарына тағы ла һөжүм итеү менән ҡурҡыта.

Нью Йоркты ҡарҙан таҙарталар. Көслө ҡар яуыу сәбәпле бында йәмәғәт транспорты хәрәкәте туҡтаны. Хакимиәттәр халыҡты урамға сыҡмаҫҡа ҡушҡан. Ғөмүмән, Америкала 85 миллион кеше ҡарлы буран аҫтында ҡалды. 19 кеше һәләк булған.

Төркиәлә Рәсәй эшҡыуарының Принцесса тигән яхтаһы янған. Уның капитаны йәрәхәтләнгән. Уттың ни сәбәпле сығыуы билдәле түгел. Белгестәр яхтаның хаҡын 6 миллион долларға баһалай.