Ислам дәүләте террорсылары Францияға яңы теракттар менән янай. Ошо сәбәпле ил президенты Франсуа Олланд Һиндостанға эш сәфәре барышында махсус белдереү яһаны һәм Францияла ғәҙәттән тыш хәл режимын тағы ла оҙайтырға ҡарар итте.
Ҡытай, Япония, Корея ярымутрауы һалҡын һауа аҫтында ҡалды. Сеулда һуңғы 15 йылда тәүге тапҡыр көн 18 градусҡаса һыуытты. Пляждары менән дан алған Чеджу утрауында ҡар яуып аэропорт ябылған. Көньяҡ Кореяла 30 градусҡа тиклем һыуытҡан.
Ҡушма Штаттар ҙа ҡар аҫтында ҡалды. Бик күп ойошмалар ябылған. Хеҙмәткәрҙәр ялға ебәрелгән. Йәмәғәт транспорты йөрөмәй. Вашингтон кварталдарында машиналар ҡар аҫтында ҡала, халыҡ көрәк тотоп йорт тирәләрен таҙарта.
Мысыр халыҡ ихтилалының 5 йыллығын билдәләй. Быйыл иһә Таһрир майҙаны буш. Хөсни Мөбәрәктән һуң илдә етәксе ике тапҡыр алмашынды. Әлеге президент Әбдел Фәттәх әс Сиси демократик йәмғиәт төҙөү тураһында белдерһә лә, күптәр уның менән риза түгел. Мысырҙа ғәрәп яҙы өмөттәрҙе аҡламаны тип әйтеүселәр арта бара.