Тыуған көнө уңайынан ул йылы ҡотлау хаттары менән йөрәге көткән ыңғай тәьҫораттар ҙа алды. Һәм, тормош аралашыуҙар менән һөйөнөслө, тигән хәҡиҡәткә йәнә инанды.Һуғыш хәтирәләре күпме йыл үтһә лә онотолмай икән шул. 92 йәшен тултырған Сергей Оловянниковтың фронт юлдары һаман күҙ алдында тора. Һуғыштан бар туғандарынан да алда ҡайта Сергей Петрович. 1945-се йылдың апрелендә Будапештты азат иткән яуҙарҙа ҡаты яраланып госпиталгә эләгә, һуңынан демобилизациялана. Бөйөк Еңеүҙе өйҙә, Өфө районы Миловка ауылында ҡаршыланым, ти. Ул саҡта ауылда эштең күплеге – бар хужалыҡ емерек хәлдә, кешеләр генә түгел, мал хәлһеҙләнеп, сиргә һабышҡан. Сергей Петрович Оловянников оҙаҡ йылдар ветеринар фельдшеры эшен башҡара. Башҡорт Дәүләт ауыл хужалығы институтының уҡыу хужалығында аҫралған малды дауалай. Студенттарға ғәмәли тәжрибә алырға ярҙам итә. Уның дәрестәрен әле лә рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә алыусылар байтаҡ. Элекке хеҙмәттәштәре араһында бөгөн Миловка ауыл хакимиәтен етәкләүсе Мосауир Шабиев та бар. Хөрмәтле ветераныбыҙҙы бер ваҡиғанан да ситтә ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ, көнитмеше менән ҡыҙыҡһынып, хужалығында ярҙам итеп торабыҙ, ти хакимиәт башлығы.Оло кешенең кәйефе төрлө була, сәләмәтлек тә үҙе хаҡында хәтерләтеп ала. Әммә һуғыш ветераны төшөнкөлөккә бирелмәй. Тормош мәғәнәһен аралашыу бәхетенән таба.Унынсы тиҫтәһен ҡыуған һуғыш ветераны бөгөн дә тормош һөйөүсәнлеген юғалтмай. Яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһына, дуҫтары, хеҙмәттәштәре менән аралаша, мәктәп уҡыусылары менән осрашып, хәтирәләрен уртаҡлаша.Тере шаһит хикәйәтендәге тарих дәрестәре һәр кемгә лә тәтемәй. Егеттәр һәм ҡыҙҙар бөгөн Икенсе Донъя һуғышы темаһын ҡабатлай. Хәрби Дан ордены кавалерынан улар ҡорал, разведкаға барыу, яу ҡырҙары, яраланыу-һыҙланыуҙар, госпиталь, һалдат бутҡаһы, хатта ҡурҡыу тойғоһо тураһында һораша.Миловка мәктәбендә 40 йылдан ашыу эшләгән Андрей Иванович Андриянов ветеран менән үҙе лә тулҡынланып аралаша. Һәр осрашыу үҙе бер ваҡиға, ти ул. Тарих уҡытыусыһы булараҡ үҙ бурысым, тип класс бүлмәһе эргәһендәге бәләкәй генә, әммә ауылдаштары өсөн ҙур әһәмиәткә эйә музейҙы ҡәҙерле ҡунаҡҡа ғорурлыҡ менән күрһәтә. Был фәһемле дәрес йәш быуында ниндәй сағыу тәьҫораттар ҡалдырһа, олпат ветеран йөрәгендә лә шундай уҡ шатлыҡ сатҡыларын ҡабыҙҙы. Дәртле олатай йыраҡ араларҙы яҡынайтыр яңы осрашыуҙар көтөп ҡала.
Өфө районы Миловка ауылынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сергей Оловянников 92 йәшен билдәләне
Тулыраҡ: Өфө районы Миловка ауылынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сергей Оловянников 92 йәшен билдәләне