Яңы төҙөлгән “Һаулыҡ” физкультура-һауыҡтырыу компексында райондағы тәүге бассейн ошондай мөмкинлектәр бирә. Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған үҙәктә волейбол, баскетбол, мини-футбол, теннис, тренажер залдары, мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн лифт, душ, ашау һәм башҡа бүлмәләр ҙә ҡаралған. Был егет-ҡыҙҙар профессиональ йөҙөүсе түгел, ә һәүәҫкәрҙәр. Әммә был спорт төрөнөң файҙаһы тураһында яҡшы беләләр. Ысынлап та, Кушнаренко халҡы яңы спорт объектын күптәнән көткән. “Һаулыҡ” физкультура-һауыҡтырыу компексында райондағы беренсе бассейн урынлашҡан. Уның оҙонлоғо 25, тәрәнлеге 2 метрға тиклем барып етә, сәғәтенә 25 кешене ҡабул итә. Заманса талаптарға яуап биргән бассейнда һыу аэробикаһы буйынса күнекмәләр ҙә үтә. Унда теләгән һәр кем йөрөй ала.Физкультура-һауыҡтырыу комплексында бассейн булыу район халҡына яңы спорт төрҙәрен үҙләштерергә мөмкинлек бирә. Ә заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған тренажер залында әүҙем ял һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа бар. Тәүге көндән йәштәр һаулығын нығыта башлаған. Эльвина кеүек спорт һөйөүселәр булғанда күнекмәләр залының буш тормаясағына шик юҡ. Райондың мини-футбол командаһы яңы залды һынап ҡарай. Зинфир 11 йәшенән профессиналь футбол менән шөғөлләнергә хыялланған. Хәҙер уңайлы шарттар булғас, ярыштарҙа ҡатнашып, команда менән республика кимәленә сығырға ниәтләйҙәр. Шулай уҡ, спорт үҙәгендә волейбол, баскетбол, өҫтәл теннисы, гимнастика секциялары ла эшләй. Диана — гимнастика буйынса мастерлыҡҡа кандидат, ун йыл эсендә тәүгә ошондай иркен, бейек бинала күнекмәләрҙең үтеүенә ҡыуана.Йәш йондоҙсоҡтарҙы ла спорт үҙәге яңы үрҙәргә ҡанатландыра.Объект 2013 йылдың ноябрендә төҙөлә башлаған. Ике ҡатлы бинала медицина пункты, кейем алмаштырыу, ашау бүлмәләре, душ кабиналары урынлаштырылған. Яңы йылда яңы үҙәк спорт һөйөүселәр өсөн ҙур бүләк. Спорт үҙәген асыу тантанаһына килгән һәр кем сәләмәт йәшәү рәүешенә ылығып, спорт менән әүҙемерәк шөғөлләнергә ниәтләй. Хәҙер заманса уңайлы шарттарҙа буласаҡ чемпиондар тәрбиәләнер, тигән өмөттә төҙөүселәр.
Кушнаренкола яңы спорт төрҙәрен үҙләштерәләр
Тулыраҡ: Кушнаренкола яңы спорт төрҙәрен үҙләштерәләр