Бөрйән районы егете Айрат Уразаев следж-хоккей өсөн тәғәйенләнгән санала йөрөргә өйрәнә. Күнекмәләр уға еңелдән бирелмәй, сөнки, ябай конькиҙа кеүек кәүҙәне тоторға кәрәк. Быға тиклем ул паралимпия төрөнә ҡараған спорт хаҡында хәбәрҙар булмаған.
Команда яңы ғына барлыҡҡа килгәс, хәл итәһе мәсьәләләр ҙә байтаҡ. Әлегә саналар, сәкәндәр, кейем, ғөмүмән, следж-хоккей өсөн кәрәкле әйберҙәр етешмәй. Булғандарын да башҡа клубтарҙан алып торғандар. Әлегә командаға 17 уйынсы тупланған. Улар Башҡортостандың төрлө төбәктәренән. Әйткәндәй, следж-хоккей Рәсәйҙең бер нисә ҡалаһында ғына үҫешкән. Следж-хоккейҙа ябай хоккейҙағы кеүек ҡағиҙәләр ҡулланыла. Йәғни, спортсыларға бер ниндәй ҙә ташламалар эшләнмәй. Следж-хоккейсылар ғәҙәти боҙ майҙансығында шөғөлләнә һәм уйнай. Йәғни, боҙ майҙансығының оҙонлоғо һәм киңлеге шул уҡ. Ҡапҡа ла стандартҡа ярашлы эшләнгән. Йәғни, следж-хоккей уйнаған ҡапҡа һаҡсыһына еңелдән түгел. „Башҡортостан пираттары„ хоккейсылары тиҙҙән ил чемпионатында уйнай башлаясаҡ. Һуңынан иһә, спортсылар Рәсәй йыйылма командаһына эләгеп, донъя чемпионаттарында һәм паралимпия уйындарында ҡатнашырға хыяллана.