Яңы йыл каникулдарына йомғаҡ яһалды

Тулыраҡ: Яңы йыл каникулдарына йомғаҡ яһалды

Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Яңы йыл каникулдарына йомғаҡ яһаны. Был осорҙа йәрәхәтләнеү осраҡтары күпкә аҙайған. Яңы йыл майҙансыҡтарында йәрәхәттәр алып табиптарға мөрәжәғәт итеүселәр ҙә күп түгел. Республикала янғында ҙа аҙайған. Быға тиклем йыл һайын тиерлек Башҡортостанда тап яңы йыл каникулдары осоронда утта күпләп кеше һәләк була ине. Янғын сығыуҙы иҫкәртеүсе ҡоролмалар ҡуйыу, йорт хужалары менән осрашыуҙар, хәүеф төркөмөнә инеүселәр менән эшләү үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Утта һәләк булыусылар хәҙер ҡырҡа кәмене.