Ни өсөн “икеле” билдәһе?

Тулыраҡ: Ни өсөн “икеле” билдәһе?

Республика етәксеһе Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Өфөлә Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәше үткәүел төҙөлөшө ваҡытын ҡыҫҡартырға ҡушты. Водителдәрҙең борсолоуын аңларға була, сөнки беҙ башҡалаға ингән төп юлда күләмле төҙөлөш башланыҡ, тине Радий Хәбиров. Республика башлығы Өфө ҡала хакимиәтенең үткәүел төҙөлөшөнә әҙерлеген икеле билдәһенә баһаланы. 2021 йылдың тәүге эш көнөндә Өфө 9 баллыҡ тығындарға баҫты. Быға Салауат Юлаев прсопекты менән Зәки Валиди урамы киҫелешендә башланған реконструкция эштәренең дөрөҫ ойошторолмауы сәбәпсе. Радий Хәбиров Оператив кәңәшмәлә юлсыларҙы һәм ҡала хакимиәтен тәнҡитләне. Ғинуар каникулдарында төҙөлөш башлап Өфөнөң көнъяҡ ҡапҡалдарын өлөшләтә ябыу һәм быны алдан халыҡҡа аңлатырға маташыуҙы Радий Хәбиров икеле билдәһе менән баһаланы. Һауа торошоноң ҡатмарлашыуы, эшләгәндәрҙең һәм уҡыусыларҙың изоляциянан сығыуы, үткәүел янында светофорлы хәрәкәт ойошторолоуы транспорт коллапсына алып килде. Мәсьәләне хәл итеү юлдарын Республика Башлығы аҙна аҙағына тиклем әҙерләп еткерергә ҡушты. Кәрәк булһа айырым ойошмаларҙың эш графигын үҙгәртергә лә әҙербеҙ тине ул.Аҙна аҙағынаса башҡарма власть вәкилдәре һәм йылылыҡ менән тәьмин итеүсе БашРТС ойошмаһы күп фатирлы йорттарҙағы йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙең кинәт артыу сәбәптәрен атарға һәм тейешенән артыҡ түләнгән суммаларҙы кире ҡайтарыу сараһын барларға бурыслы. Вице-премьер Борис Беляев үҙ докладында тәүтикшереү һөҙөмтәләрен атап, түләүҙәр тотонолған йылылыҡҡа ҡарап дөрөҫ билдәләнгән тине. Ҡаты ҡалдыҡтарҙы сығарған өсөн дә хаҡтың ғәҙел билдәләнеүен талап итәләр. Тик был осраҡта халыҡ файҙаһына түгел. Төбәк операторҙары сүп-сар сығарған өсөн тарифтарҙы арттырыуҙы һорай. Коронавирус буйынса хәл Оператив кәңәшмәнең көн тәртибенән ситтә ҡалманы. Байрамдар ваҡытында хәл тотороҡло һаҡланған, сирлеләр һаны 3 процент тирәһенә артҡан. Әле 826 кеше дауаханала, 11 сирле ауыр хәлдә. Каникул ваҡытындағы осрашыуҙар эҙемтәһе аҙна-ун көн тирәһендә билдәле буласаҡ. Ә быйылға – төп бурыс вакцинация, тине Радий Хәбиров. Был аҙнала Башҡортостан 6 мең ярым доза вакцина аласаҡ. Каникулдар осоронда булған хәл-ваҡиғаларҙы анализлап янғындарҙа һәм аварияларҙа үлем осраҡтарының былтырғынан әҙерәк булыуын атанылар. Салауат районында ике автобус ҡатнашлығында булған авария ғәҙәттән тыш хәл булараҡ билдәләнде. Унда зыян күргән ике балаға Радий Хәбиров тейешле бөтә ярҙамды күрһәтергә ҡушты. Авариялар буйынса хәл республикала әле лә ҡатмарлы ҡала, юл-транспорт ваҡиғаларында теркәлгән үлем осраҡтары буйынса беҙ Рәсәйҙә дүртенсе урында тиелде кәңәшмәлә. Хәлде үҙгәртеүҙең бер алымы булараҡ камералар һанын арттырып водителдәрҙе тәрбиәләү. Алыҫ киләсәккә билдәләнгән маҡсаттарҙың реаль тормошҡа аша торғандары Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы менән бәйле. Радий Хәбиров Ҡурсаҡ театры, Өфө Циркы, Рус драма театрын төҙөкләнлдереүҙе 24-се йылға өлгөртөр өсөн эштәрҙе бөгөндән башлау бурысын ҡуйҙы. Глобаль проекттарҙан Тоннель менән Ҡариҙел йылғаһы аша күперҙе финанслау йәһәтенән федераль хөкүмәт менән әүҙем эшләргә кәңәш итте. Өфөнөң көнъяғындағы төп транспорт артерияһы һәм бөгөндән баш ҡала халҡының төп проблемаһына әүерелгән Заки Вәлиди үткәүелендә иһә эштәрҙе ноябрҙән алдараҡ тамамларға кәрәк, тине Радий Хәбиров. Аҙна ахырына Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы баш ҡаланың көнъяҡ ҡапҡаһында тығындарҙы кәметеү тәҡдимдәрен әҙерләргә бурыслы.