Сикләүҙәр, тығындар

Тулыраҡ: Сикләүҙәр, тығындар

Өфөлә Зәки Вәлиди урамы менән Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәге үткәүелде төҙөкләндерә башлауға бәйле автотранспорт хәрәкәтенә үҙгәрештәр индерелгәйне. Хәҙер реконструкцияланған объектты урап үтергә тура килә. Юл киҫелешендә машина ағымын көйләр өсөн юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре эшләй. Юлда ҡатмарлыҡтар булыуына ҡарамаҫтан, ҡала халҡы реконструкция күптән кәрәк ине, тип белдерә. Әле айырсаның өлөшөнөң яртыһы тест режимында ябылған. Транспорт хәрәкәтен көйләү маҡсатында был өлөштә ваҡытлыса светофорҙар урынлаштырылған. Шулай ҙа ҡала хакимиәте иртәнге тығындарға эләкмәҫ өсөн альтернатив маршрут эҙләргә саҡыра. Көнөнә ике күперҙән кәмендә 120 меңдән ашыу машина үтә. Һуңғы йылдарҙа Өфө халҡы өсөн генә түгел, баш ҡала ҡунаҡтары өсөн дә ҙур ҡатмарлыҡтар тыуҙырған көньяҡ йүнәлештәге үткәргес яңы күпер менән бергә 2021 йылдың аҙағына файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Реконструкциянан һуң Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәге юл үткәргесенең мөмкинлектәре өс тапҡырға арта. Проспекттағы 4 һыҙатты етегә тиклем арттырыу ҡарала