Рәсәйҙә яңы үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде

Тулыраҡ: Рәсәйҙә яңы үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде

Торлаҡ-коммуналь хужалығы өсөн хәҙер субсидияларҙы юллау күпкә еңелерәк буласаҡ. Йорт ихаталарында усаҡтар яғыу тыйыла. Хәҙер күптәр өйҙән эшләргә күнекте. Онлайн-кәңәшмә ваҡытында эргәлә балаларҙың йөрөүе лә бер кемде лә ғәжәпләндермәй хәҙер. Константин Лоҡманов етәкселегендәге компания Ай-ти продукттар етештереү менән шөғөлләнә. Хеҙмәткәрҙәрҙең күптәре ситтән тороп эшләһә, март айында пандемия башланыу менән компания тулыһынса дистанцион эшкә күскән. Рәсәйҙә ситтән тороп эшләү тураһында закон үҙ көсөнә инде. Хеҙмәт кодексында уның өс төрө — ваҡытлыса, даими һәм ҡатнаш эш форматтары теркәлгән. Дистанцион эш хеҙмәт хаҡын кәметеү өсөн сәбәп түгел, тиелә документта. Эш биреүселәр, хеҙмәткәрҙәрҙең теләгенән тыш, уларҙы ситтән тороп эшләүгә күсерә алмай. Ситтән тороп эшләүселәр өсөн хеҙмәт китабын булдырыу мотлаҡ түгел, бары тик хеҙмәткәрҙең теләге буйынса ғына. Тағы ла бер үҙгәреш — 1-се ғинуарҙан эшкә урынлашыусыларҙың хеҙмәт китабы тик электрон төрҙә рәсмиләштереләсәк. Ғинуар башынан хеҙмәт хаҡы күләме 5 ярым процентҡа арта. Йәшәү минимумынан ул күберәк булырға тейеш. Эшләмәгән пенсионерҙар өсөн пенсияның страховкалау өлөшө 6,3 процентҡа тиклем арта. Әсәлек капиталы 3,7 процентҡа индексациялана һәм уның күләме беренсе балаға – 484 мең һум, икенсе сабыйға ул 155 мең 500 һум. Әгәр ғаилә 2020-21 –се йылдарҙа беренсе бала өсөн сертификат алмаған икән, был осраҡта икенсе бала өсөн сертификат күләме 640 мең һум тирәһе буласаҡ. Сертификатты ауыл ипотекаһы буйынса тәүге түләү итеп ҡулланырға мөмкин. Башҡортостанда үткән йыл ошо программа буйынса 2 меңдән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртты, әлк тағы ла 1 меңдән ашыу ғаиләнең ғаризаһы ҡарала. 2021 йылдың ғинуарынан йылына 5 миллиондан ашыу хеҙмәт хаҡын алыусы физик шәхестәр өсөн һалым нормаһы 15 процентҡа тиклем артты. Рәсәйҙә янғынға ҡаршы яңы ҡағиҙәләр үҙ көсөнә инде. Дөйөм ҡулланыу ерҙәрендә генә түгел, шулай уҡ шәхси йорт ихаталарында ла усаҡ яғырға ярамай, бының өсөн махсус ҡоролған урындар булырға тейеш. Водителдәр өсөн дә үҙгәрештәр бар. Автомобилдәге аптечкаларҙа ниндәй дарыуҙар булырға тейешлеген улар үҙҙәре хәл итә.