Ер шарында иң изге байрамдарҙың береһен – Халыҡ –ара “Рәхмәт” көнө билдәләнде. Ошо айҡанлы Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы "Башҡортостан республикаһы медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт!" акцияһын иғлан итте. Был көн һәр теләгән кеше социаль селтәрҙәге сәхифәһендә #спасибомедикамрб тигән хештег аҫтында табиптарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерә алды. Интернет селтәре айырым белгестәргә һәм медицина учреждениелары табиптарына рәхмәт һүҙҙәре, фото, видеороликтар менән тулды. Барлыҡ рәхмәт постары бер урынға тупланып, Һаулыҡ-һаҡлау министрлығының сайтында һәм социаль селтәрҙә урын алды.
Ер шарында “Рәхмәт” көнө билдәләнде
Тулыраҡ: Ер шарында “Рәхмәт” көнө билдәләнде