Тәржемәләгәндә ул һарыҡ тояғы тигәнде аңлата. Байрам халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәре менән башлана. Төрлө кейемдәргә кейенгән халыҡ иҫке йылды оҙатып, яңыһын ҡаршылай. Борон мариҙар был көндө ғаилә һәм үҙ хужалығының именлеге менән бәйләгән. Байрамдың беренсе көнө бигерәк тә ҙур әһәмиәткә эйә. Йәштәр йорттар буйлап йөрөй һәм мотлаҡ һарыҡ аҙбарына инеп малдың тойағынан тартырға тейеш. Һуңынан йәштәр ҡойма ҡосаҡлап, үҙ бәхәтен юрай. Ир-егет ҡасан кәләш аласағын, ә ҡыҙҙар иһә ҡасан кейәүгә сығыуын белә ала. Байрам табынының төп ризығы – ҡоймаҡ. Хужабикә уны кистән үк әҙерләп ҡуя. Ә йорт хужаһы иртән мунса яға, йорт тирәһен тәртипкә килтерә. Байрам аҙна буйы дауам итә. Марий халҡы әйтеүенсә, тап ошо ваҡыттан яңы йыл башлана.
Марый халҡы Шорыкйол байрамын билдәләй
Тулыраҡ: Марый халҡы Шорыкйол байрамын билдәләй