Өфөлә дежур кластар барлыҡҡа килде

Тулыраҡ: Өфөлә дежур кластар барлыҡҡа килде

Өфө хәҙер өсөнсө көн рәттән автомобиль тығындарынан ыҙалана. Шул сәбәпле баш ҡалала дежур класстар асылды. Ошондай махсус класстарҙың береһе 93-сө лицейҙа ойошторолған. Ата-әсәләр балаларҙы дәрескә иртәнге етелә үк алып килергә мәжбүр. Дежур синыфта бөтә шарттар булдырылған. Балалар китап уҡый, һүрәт төшөрә, өйгә бирелгән эштәрҙе тикшереп, сәғәт һигеҙҙә дәрестәргә бара.