Шыршыларҙы ҡайҙа тапшырырға?

Тулыраҡ: Шыршыларҙы ҡайҙа тапшырырға?

Яңы йыл байрамдары үтеү менән ҡала халҡы ылыҫлы ағастарҙы тышҡа сығарып ырғыта. Ҡаланың торлаҡ идаралығы хеҙмәткәрҙәре уларҙы айырым бер контейнерҙарға йыйып, артабан эшкәртер өсөн махсус майҙанға оҙата. Өфөлә яңы йыл шыршыларын үтилләштереү буйынса акциялар ойошторола. Йыйылған ағастар ваҡланып теплицаларға һәм урман питомниктарына тапшырыла. Былтыр республикала эшкәртеү өсөн халыҡтан 3 мең самаһы шыршы йыйылған. Бөгөн Рәсәйҙә иҫке стиль буйынса Яңы йыл билдәләнә. Был дата күптәр өсөн әһәмиәтле, шуға ла уны байрам итеү күркәм йолаға әйләнгән. Бүләктәр тапшырып өлгөрмәгәндәр өсөн дә тағы ла бер мөмкинлек тыуа.