Медицина десанты

Тулыраҡ: Медицина десанты

Владимир өлкәһендә коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштә ярҙам күрһәткән БДМУ белгестәрен тап шулай – медицина десанты тип атайҙар. Үткән йыл киткән табиптар Өфөгә ҡайтты һәм артабан үҙ эш урындарында хеҙмәт юлын дауам итергә әҙер. Башҡортостан табиптары 20 көн Владимир өлкәһендә эшләгәндән һуң, ниһәйәт, тыуған яғына ҡайтты. Уларҙың һәр береһенең күҙендә шатлыҡ- тиҙҙән яҡындары менән осрашыу көтә.Хәбәрсе. Бригада 25 кешенән тора. Ковид-госпиталдәрҙә эшләгән БДМУ клиникаһы табиптары, университет студенттары. Ә ҡайһы берҙәре өсөн был беренсе тәжрибә. Күптәренә, шулай уҡ Өфөләге хеҙмәттәштәре кеүек үк, “Ҡыҙыл зонала” яңы йылды ҡаршы алырға тура килә. Башҡортостан белгестәре Владимир өлкәһенең 3 ковид госпиталендә мәкерле сиргә ҡаршы көрәштә ярҙам күрһәтә. Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары, доценттары, клиника һәм республика дауаханалары табиптары шулай уҡ Камчатка, Амур өлкәһе, Ҡырғыҙстан, Абхазия, Ҡарасәй, Черкес республикаларында Ковид-госпиталдәргә ярҙам күрһәтте. Абхазия республикаһы, Камчатка крайы, Владимир өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашып ҡайтҡан Башҡорт дәүләт медицина университеты белгестәренә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин шәхсән үҙе һәм БДМУ ректоры Валентин Павлов рәхмәт хаттарын һәм почет грамоталарын тапшырҙы. Медицина бригадалары һәр ваҡыт сафта. Владимир өлкәһенән ҡайтҡан белгестәр ҙә әле ял итергә ашыҡмай, һәр кем үҙ эшенә юллана, ә студенттар уҡыуын дауам итәсәк.