Декабрь баштарында уның көнбайыш өлөшөн Ҡариҙел йылғаһы яры менән тоташтырыу эштәре башланғайны. Илдәге иң күләмле проекттарҙың береһе - Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшө менән хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова танышып ҡайтты. Ҡаланан сыҡҡан һәм ингәндәге тығындар ил күләмендәге бәлә. Өфө өсөн ул һуңғы үҙгәрештәр арҡаһында тағы ла көнүҙәгерәккә әйләнде. 1992 йылда башланып, 2007 йылда финанслау етмәү сәбәпле туҡтатылған тоннель төҙөлөшөнөң тиҙләтелеүе лә ниндәйҙер кимәлдә ошо хәлгә бәйлелер. 2020-се йыл аҙағында Мәскәүҙә үткән “Транспорт аҙналығы”нда проект өсөн ваҡытынан алда аҡса бүлергә ҡарар ителеүе лә эште тиҙләтеү мөмкинлеген бирҙе. Әлеге ваҡытта объектта меңләп кеше эшләй. Кәрәк булғанда эшселәр һаны 1500-гә тиклем арттырыласаҡ. Эш тәүлек әйләнәһенә Ҡариҙелдең уң яҡ ярында ла, һул яғында ла ҡайнай. 2022 йылдың аҙағында йылға аша 470 метр оҙонлоғондағы күпер барлыҡҡа килергә тейеш. Күпер өсөн һул яҡ ярҙа эстакадалар ҡуйыла башланған. Ә тоннелдең көнбайыш порталын Ҡариҙел йылғаһы яры менән тоташтырыу өсөн экскаваторҙар тынмай штольнялар ҡаҙа. М5 трассаһы аша Өфөгә инеүсе водителдәр артабан юлын дүрт йүнәлеш буйынса дауам итә ала. Икеһе М7 трассаһына барып сыҡһа, тағы ла икеһе С. Юлаев проспектына илтә. Көнсығыш сығыу юлының оҙонлоғо план буйынса 14 саҡырымға барып етәсәк. Проект эсенә ер аҫты тоннеле, дүрт һыҙатлы юл, Ҡариҙел аша күпер инә. Яҙғы ташҡын һәм балыҡ үрләгән арала ғына ҡайһы бер эштәр туҡтатылып торасаҡ. Барыһы ла ыңғай барған осраҡта Көнсығыш сығыу юлын 2023 йылдың аҙағында асырға ниәтләйҙәр.
Өфөлә тоннель төҙөү дауам итә
Тулыраҡ: Өфөлә тоннель төҙөү дауам итә