Рәсәй матбуғаты көнөндә Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде. Журналистарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Башҡортостан журналистары берлеге рәйесе Вәдүт Исхаков, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты етәксеһе Ғәлим Яҡупов һәм республиканың башҡа ведомство вәкилдәре республика конкурсы еңеүселәрен дипломдар һәм бүләктәр менән тәбрикләне. Номинанттар араһында “Башҡортостан” Дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәре лә юғары баһаланды. Ҡала һәм райондарҙа республика халыҡтары телдәрендә 450-нән ашыу киң мәғлүмәт саралары эшләй. Йыл дауамында актуаль проблемаларҙы сағылдырған телевидение, радио хеҙмәткәрҙәре, район матбуғаттары һәм интернет баҫмалары билдәләнеп китте. Ижади бәйгеләрҙә киң мәғлүмәт саралары төрлө номинацияларҙа тәбрикләнде. Иң яҡшы журналистарға почет грамоталары тапшырылды.
Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде
Тулыраҡ: Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде