Өфөлә йәшәгән сәғәт оҫтаһы Алан Һаҙыев тураһында беҙ теүәл бер йыл элек сюжет төшөрөп күрһәткәйнек. 11 йәшлек малайҙың шәхси музейында төрлө йылдарҙа Германия, Швейцария, Францияла сығарылған сәғәттәр бар. Йыл дауамында коллекцияға яңы экспонаттар өҫтәлгән. Уларҙың ҡайһы берҙәрен таныш булмаған кешеләр ебәрә. Яңы йылдың килеүен был ғаиләгә сәғәт куранттары хәбәр итә. Ҙур һәм бәләкәй, яңы һәм бороңғо механизмдарҙың үҙ көйө, үҙ тауышы. Алан Һаҙыев аҙнаһына бер тапҡыр бөтә сәғәттәрҙе лә көйләп сыға. Йәш коллекцонер әйтеүенсә, тауыш тынырға тейеш түгел. Аландың сәғәттәргә булған һөйөүө өс йәшендә, уға бүләк ителгән пластик сәғәттән башлана. Һуңынан уға кемдер кулонға оҡшаған сәғәт биреп ҡыуандыра. Әле йәш коллекционерҙың 600 самаһы сәғәте бар. Улар араһында 17-се быуатта эшләнгәндәрен дә күрергә мөмкин. Уны немец оҫталары сәтләүек ағасынан яһаған. Шварцвальд ҡалаһы кәкүкле сәғәттәре менән дан тота. Шуға ла коллекцияла ошондай экземпляр бар. Ә бына был экземпляр иһә Швейцарияның Генри Мозар фирмаһы тауарына оҡшатып эшләнелгән. Алан Һаҙыев әйтеүенсә, был сәғәт тә үҙенә күрә ҡиммәтле. Малай сәғәттәр тураһында барыһын да белә кеүек. Һүҙ тарих тураһында ғына түгел,ә ҡоролманың өлөшсәләре тураһында бара. Бөгөн йәш оҫтаға антиквар сәғәттәрҙе йүнәтергә алып киләләр. Йәш оҫтаның даны республиканан ситтә лә таралған. Алан Һаҙыев хәҙер Рәсәй сәғәтселәре клубы ағзаһы. Телевизион тапшырыуҙарҙа ҡатнашҡандан һуң уға хатта Читанан бер бүләк ебәргәндәр. Сәғәтте генерал йәшәгән йорттан килтергәндәр. Бындай сәғәт генераль сәркәтип Леонид Брежнев бүлмәһендә торһа, Алан үҙе “Сүллектең аҡ ҡояшы” фильмы геройы Сухов иптәштекенә оҡшаш сәғәтте йөрөтә. Коллекцияла Юрий Гагариндың сәғәте лә бар. 11 йәшлек Алан Һаҙыев киләсәкте кем буласағын яҡшы белә. Малай сәғәт йүнәтеүсе һөнәрен үҙ итәсәк. Йәш оҫта тәүге сәғәтен эшләп, әсәһенә лә бүләк иткән.