Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы паспорт индерелә

Тулыраҡ: Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы паспорт индерелә

Ковидҡа ҡаршы паспорт һәм уның өҫтөнлөктәре, дөйөм вакцинация үҙенсәлектәре, артыҡ йылытыу өсөн түләүҙәр һәм зауыҡлы биләмәләр йылы йомғаҡтары. Төбәктә теркәлгән бер генә ваҡиға ла оператив кәңәшмә иғтибарынан ситтә ҡалмай. Күп милләтле республика халҡының нескә хистәренә ҡағылған рәсемдәргә Радий Хәбиров баһа бирмәй, бындай “ижадҡа” сик ҡуймай, бары шәхсән фекерен белдереп власть вәкилдәрен милләт һәм ҡатын-ҡыҙ өсөн ҡәҙерле төшөнсәләр менән эш иткәндә һаҡ булырға саҡыра. Социаль селтәрҙәрҙә “минмәҙәнимираҫ” хэштегы менән флешмоб иғлан ителде. Кешеләр милли кейемдә төшкән фоторәсемдәрен таратып ошондай ижадҡа мөнәсәбәтен белдерә ала. Республика башлығы ҡала-район етәкселәрен халыҡ менән күҙгә-күҙ аралашыуҙарҙы тергеҙергә тәҡдим итте. Торлаҡ йылытыу өсөн түләүҙәргә бәйле мәсьәләне лә Радий Хәбиров халыҡҡа аңлатыу эшен ойоштормау һөҙөмтәһе, тип баһаланы. Йылытыу өсөн артыҡ түләнгән 26 миллион һум аҡса торлаҡ файҙаланыусыларға кире ҡайтарылған. Мәсьәләне үткән аҙнала Радий Хәбиров шәхси күҙәтеүгә алып тиҙ арала хәл итергә ҡушҡайны. Вице-премьер, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдереүенсә, БашРТС йылытыу өсөн хаҡтарҙың юғары кимәлен декабрҙең һыуыҡ килеүе һәм түләүҙәрҙең яңы тәртибе менән аңлата. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ республикала үткән 2020-се - зауыҡлы биләмәләр йылына йомғаҡ яһаны. Республикала ҡала ауылдарын төҙөкләндереү буйынса башҡарылған эштәр юғары баһаға лайыҡ, биләмәләрҙе матурлау киләһе йылдарҙа ла дауам итәсәк. Төбәк үҫешенең киләһе йылдарға стратегик йүнәлештәрен Республика башлығы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһендә билдәләйәсәк. Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров был осрашыуҙы 28 ғинуарҙа үткәрергә тәҡдим итте.Февраль айынан Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы паспорттар тапшырыла башлай. Был ғәмәлде бойомға ашырыу программаһын Республика башлығы хакимиәте еткәсеһе Александр Сидякин тәҡдим итте. Документ коронавирус инфекцияһын кисереп антиматдәләре асыҡланғандарға һәм Ковидҡа ҡаршы вакцина ҡуйғандарға бирелә. Паспорт эйәләре сикләүҙәргә ҡағылышлы ташламаларға иҫәп тота ала. Дөйөм вакцинация иһә Рәсәйҙә 18 ғинуарҙан иғлан ителде. Һаулыҡ һаҡлау министры белдереүенсә, төбәккә ғинуар аҙағына тиклем вакцинаның 50 мең миҡдарын ҡабул итеү көтөлә. Әлегә республикала 80-дән ашыу вакцина ҡуйыу пункты эшләй. “СпутникV” вакцинаһының беренсе миҡдары 7 мең ярымдан ашыу, икенсеһе 3 меңдән ашыу кешегә һалынған.