Республикала вакцина яһау пункттары эшләй

Тулыраҡ: Республикала вакцина яһау пункттары эшләй

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка, тәү сиратта, медицина һәм социаль өлкәлә эшләүселәргә яһала. Өфөнөң өсөнсө гимназияһы уҡытыусыһы Гөлнар Ғиләжева вакцинаның беренсеһен эшләткән. Балалар менән эшләгән әүҙем кешегә бындай прививка мотлаҡ, тип уйлайым, ти ханым.Прививка яһатырға теләгән кешенең һау-сәләмәт булыуы мотлаҡ, ҡайһы бер сирҙәр булған осраҡта ул яһалмай. Прививка яһалғандан һуң беренсе ике көндә тән температураһының 40 градусҡа тиклем күтәрелеүе, организмдың хәлһеҙләнеүен тойоу мөмкин, ти табиптар.Республика коронавирусты профилактикалау өсөн 14 мең вакцина менән тәъмин ителгән. Уларҙың барыһы ла һауыҡтырыу учреждениеларына таратып бирелгән. Прививка эшләтеү бушлай һәм ирекле. Бының өсөн йәшәгән урын буйынса медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итергә, йә иһә дәүләт хеҙмәте порталы аша табипҡа яҙылырға кәрәк. Короновирусҡа ҡаршы вакцина ике этапта яһала. 21 көндән һуң прививканың икенсе компоненты ҡаҙала. Иң мөһиме, ошо өс аҙна эсендә бар һаҡланыу сараларын да күрергә. Күмәк кеше йыйылған ергә йөрөүҙе кисектереп торорға кәңәш итә табиптар.