Сүп-сар өсөн түләүҙәр артасаҡ

Тулыраҡ: Сүп-сар өсөн түләүҙәр артасаҡ

Тик бөтәһе өсөн дә түгел. Тарифтар ҡаты ҡалдыҡтарҙың нисек сығарылыуына ҡарап билдәләнәсәк. Был турала премьер-министр Андрей Назаров төбәк операторҙары һәм профилле ведомство вәкилдәре ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә белдерҙе. Башҡортостанда сүп-сар өсөн түләүҙәр 1 февралдән артырға тейеш. Сумма һәр кешегә яҡынса 20-40 һумғса ҡиммәткә төшөр тип көтөлә. Хөкүмәт рәйесе яҡланмаған төркөм граждандар өсөн льготалар системаһын барлау бурысын ҡуйҙы. Тағы ла шуныһы, сүп-сарҙы ваҡытында һәм йыш йыйып алған осраҡта ғына тарифтарҙы арттырырға мөмкин буласаҡ.