Республикала тауҙан шыуып йәрәхәтләнгән балалар һаны өс тиҫтәгә яҡынлаша. Был насар күрһәткес, әммә үткән йыл менән сағыштырғанда күпкә аҙыраҡ. Ҡотҡарыусылар әленән- әле әүҙем ял урындарына рейдҡа сыға һәм ял итеүселәргә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкәртә. Оҙайлы байрам көндәрендә әүҙем ял итергә теләүселәр күп. Әлбиттә, берәү ҙә унан һуң дуаханаға эләгермен тип уйламай. 11 йәшлек Элина ла әсәһе эштә саҡта өрөп тултырылған санаһын күтәреп тауҙан шыуырға сыға. Һөҙөмтәлә аяғын һындырып дауаханаға эләгә һәм операция кисерә.Табиптарҙың ярҙамы менән Элинаның аяҡтары төҙәлер. Ошо көндәрҙә ул әсәһе менән өйөнә ҡайтырға йыйына. Хәҙер инде ярамаған урындан сана шыуырға бармаҫ. Ошондай осраҡтар мәктәп балалары араһында йыш күренеш ти табиптар. Тюбингта шыуыу йыш ҡына күңелһеҙ хәлдәргә килтерә. Бигерәк тә ағас, ҡыуаҡлыҡ күп ерҙә. Үткән ҡыш Трамплин янындағы ошо тау итәгенән өлкән йәштәге ир кеше шыуып, ағасҡа төкөлгән. Һөҙөмтәлә ул тиҙ ярҙам машинаһы килеп еткәнсе йән бирә. Ҡотҡарыусылар беҙгә тап ошо урында, манекен ярҙамында, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү ниндәй эҙемтәләргә килтереүен йәнә иҫкәртте. Күңелһеҙ хәлдәр булып тороуға ҡарамаҫтан, текә тауҙан шыуырға теләүселәр һаны кәмемәй. Ҡыҙыл иҫкәртеү таҡталарына балалар бөтөнләй иғтибар итмәй. Эш көндәрендә халыҡ әҙерәк. Ә бына байрам,ял ваҡыттарында балалар йәрәхәтләнмәһен өсөн ҡотҡарыусыларға йыһазландырылмаған тауҙар буйлап даими рейдтар үткәрергә тура килә. Өрөп тултырылған саналарҙа шыуыу өсөн махсус урындар бар. Улар тигеҙ һәм борттары ла бейегерәк, тимәк бында йәрәхәт алыу ҡурҡынысы кәмерерәк һәм сәләмәтлек өсөн дә файҙалы. Тюбинг менән шыуыу иң хәүефле ҡышҡы уйындарҙың береһе. Әгәр балаларығыҙға ошондай ватрушкалар алаһығыҙ икән, мотлаҡ махсус шыуыу урындарына ғына ебәрергә кәрәк.
Тау хатаны ғәфү итмәй
Тулыраҡ: Тау хатаны ғәфү итмәй