Православ христиандар иң изге дини байрамдарын билдәләй

Тулыраҡ: Православ христиандар иң изге дини байрамдарын билдәләй

Дини ышаныуҙар буйынса был көндө барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге тип һанала. Башҡортостанда йәшәгән православ христиандар ҙа иордань — уйылған мәкеләргә сумып үҙҙәрен сафландыра. Һыуҙа сайыныу өсөн меңәрләгән кеше йыйыла, шуға күрә һәр урында хәүефһеҙлек саралары төплө башҡарыласаҡ. Сипайлово биҫтәһенең Ҡояшлы пляжында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре Керәшен байрамына һыу инеү урынын әҙерләй. Йылғаға тиклем юл таҙартыла, бөтә хәүефһеҙлек саралары башҡарылып мәке уйыла.Мәке тәре формаһында булһын өсөн йылғанан ситтәрәк эшләргә кәрәк. Ҡариҙел йылғаһы тулыһынса боҙ менән ҡапланмаған, боҙ ҙа йоҡа ғына, шуға күрә яр ситенән алып мәке уйыла һәм ул п формаһында буласаҡ.Йәғни мәкенең бер яғынан төшөп икенсе яғынан йөҙөп сығырға мөмкин буласаҡ. Октябрь районында һыу инеү урынының майҙаны 6-ға 12 метр итеп эшләнә. Һыу инеү өсөн Өфөлә 7 урында мәке уйыласаҡ. Ленин районында иһә йоланы һәр йылдағыса Нижегородкала Ағиҙел йылғаһында башҡарырға мөмкин. Был урында мәкелә сумырға теләүселәрҙең һаны айырыуса күп. Боҙҙоң ҡалынлығы бер кеше өсөн генә 10 см-ҙан да кәм булырға тейеш түгел. Ә бер төркөм өсөн 25 сантиметр ҡаралған. Шулай уҡ мәкенең тәрәнлеге лә мөһим роль уйнай. Махсус әҙерләнгән мәкеләрҙә генә йоланы башҡарырға мөмкин. Ирекле рәүештә уйылған мәкеләр законһыҙ, тип иҫәпләнә. Һәр һыу инеү урынында ҡотҡарыусылар, полиция, медицина хеҙмәткәрҙәре эшләйәсәк. Ҡышын мәкегә сумыу сыныҡҡан кешеләргә генә хәүефле түгел. Шуға күрә табиптар кәңәшенә мотлаҡ иғтибар итеү зарур. Керәшен байрамында православ сиркәүҙәрҙә махсус доғалар ҡылынып, барлыҡ һыу сығанаҡтары изгеләндерелә. Һыу инеү рухты сафландырып, үҙеңдең физик мөмкинлегеңде лә һынап ҡарарға ярҙам итә. Байрамға махсус әҙерләнгән һыуҙа сайыныу урындары менән Өфө сайтында ҡарап танышырға мөмкин.