Өфөләге Вәлиди күпере ябылды

Тулыраҡ: Өфөләге Вәлиди күпере ябылды

Шәмбенән Зәки Вәлиди урамы аҙағындағы үткәүел тулыһынса ябылды. Һынау рәүешендә башҡарылған сара эштәр ваҡытында хәрәкәтте дөрөҫ ойоштороу маҡсатынан эшләнде. Хәҙер реконструкцияланған объектты урап йөрөргә тура килә. Эштәр барышын һәм буласаҡ һөҙөмтәне хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов барланы. Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты үткәүелендә реконструкция эштәре башланыу менән юлдарҙа тығындар барлыҡҡа килде. Шул сәбәпле хәҙер ҡала халҡына яңы, үҙҙәренә уңайлы булған маршрут һайларға тура килә. Мәҫәлән, бығаса Дим ҡасабаһынан ҡаланың көньяҡ күперенә 25-30 минутта килеп етергә булһа, әле иһә кәмендә 1 сәғәттән ашыу ваҡыт талап ителә. Дим биҫтәһендә йәшәүселәргә һуңғы көндәр айырым бер һынауға әйләнде. Шулай ҙа, ҡала халҡы юлда ҡатмарлыҡтар булыуына ҡарамаҫтан, реконструкция күптән кәрәк ине, ти. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, юлдың был өлөшөндә транспорт хәрәкәте тәүлек әйләнәһенә күҙәтеүгә алынған. Светофорҙарҙың эшләү режимы урындағы хәлгә ҡарап көйләнә. Шулай ҙа белегестәр водителдәрҙе альтернатив маршруттар һайларға саҡыра. Мәҫәлән, Дим биҫтәһендә йәшәүселәрҙе Затон йәки Нуғай юлы, ә Йәшел сауҡалыҡтан килеүселәргә Ағиҙел яр буйы урамы аша йөрөргә кәңәш ителә. Шулай уҡ урындағы халыҡҡа Затон аша йөрөү өсөн автобустар һанын арттырыу мәсьәләһе хәл ителә. Сергей Греков Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге үткәүелде төҙөкләндәреү сәбәпле барлыҡ урау юлдарҙы һәр саҡ таҙа тотоуҙы талап итте. Реконструкциянан һуң Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәге юл үткәргесенең мөмкинлектәре өс тапҡырға артасаҡ, ә проспектағы 4 һыҙатты алтыға тиклем арттырыу ҡарала. Был иһә машина ағымының мөмкинлеген 27 % тиклем күтәрәсәк. Алдағы көндәрҙә тығындарҙы кәметеү йәһәтенән юлдарҙа яңы өҫтәмә юл знактары ҡуйыласаҡ. Белгестәр автоһәүҫкәрҙәрҙе ҡағиҙәләрҙе инҡар итмәүҙе һорай. Реконструкция 2021 йылдың ноябрь айында тамаланырға тейеш. Әммә белегестәр төҙөлөш ваҡыты тағы ла ҡыҫҡарырға тейеш, тип белдерә