Өфө агрегат етештереү берекмәһендә республика башлығы бер-нисә цехтың эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты. Бөгөн предприятие ил оборонаһы өсөн бер-нисә эре заказдарҙы үтәү өҫтөндә эшләй. Уға ярашлы бөтә етештерелгән приборҙар хәрби граждан авиацияһы самолеттарында ҡулланыласаҡ. Бынан тыш предприятие көнкүреш тауарҙарын етештереүгә лә ихтибарын кәметмәй. Шуға ҡарамаҫтан төп ихтибар предприятиеның профилле ҡорамалдарын етештереүгә йүнәлтелә.
Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә Рөстәм Хәмитов авиация двигателдәрен йыйыуҙың башланғыс цехында һәм инженер-етештереү комплексында булды. Билдәләнеүенсә, предприятие йылдан йыл күрһәткестәрҙе яҡшырта бара. Мәҫәлән 2010-сы йылдан алып етештереү күләме 4 тапҡырға артып, 70 миллиард һумға еткән. Республика башлығы әйтеүенсә, быйыл предприятиеға дәүләт заказы артасаҡ. Был үҙ сиратында предприятиеның бөтә цехтарының да тулы ҡеүәттә эшләүен күҙ уңында тота.