Бөгөн Өфөлә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 26-сы ултырышы үтте

Тулыраҡ: Бөгөн Өфөлә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 26-сы ултырышы үтте

Көн тәртибенә 54 мәсьәлә сығарылды, шуларҙың 29-ы Башҡортостан Республикаһы закондары проекттары. Үҙгәрештәр һәм төҙәтмәләр республиканың торлаҡ, урман мөнәсәбәттәрен көйләү, китапхана эше, граждандарҙың сәләмәтлеген һаҡлау тураһындағы закондар, республиканың ғаилә һәм һайлау кодекстарына ҡағыла. Коррупцияға ҡаршы көрәш маҡсатында индерелгән үҙгәрештәр иһә урындағы үҙидара органдары депутаттарының килем-сығымдарын иҫәпкә алыуҙы күҙ уңында тота.