Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Украинала грипптан һәм киҫкен респиратор ауырыуҙар вирустарынан 122 кеше үлгән, тип хәбәр итә был илдең санитар-эпидимиология хеҙмәте. Һуңғы аҙнала ғына 360 мең кеше грипп йоҡторған, ә эпидемия миҙгеле башынан йәмғеһе 2 миллион 790 мең ауырыу теркәлгән.

Ә Данияла Зика вирусы килеп еткән. Серәкәйҙәрҙән кешегә күсә торған был вирусты Көньяҡ Американан бер ир йоҡтороп ҡайтҡан. Быға тиклем аурырыу осраҡтары донъяның 20-нән ашыу илендә теркәлгән.

Америка Ҡушма Штаттарында совет йәнһүрәттәрен күрһәтеп, тамашасыларҙың тәьҫирен видеоға төшөрөп алғандар. Уларҙы ҡараған тамашасылар Гена крокодилын динозавр менән бутаған, ә иң мөләйем герой тип Чебурашканы билдәләгән.

Экспериментта ҡатнашыусыларҙың күбеһе беҙҙең илдең йәнһүрәттәре американдарҙыҡына ҡарағанда яҡшыраҡ тигән һөҙөмтәгә килгән.