Торлаҡ йылытыу хаҡтарына ҡағылышлы хәлде көйләү бурысын Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары үҙ ҡарамағына алды. Эшсе комиссияның беренсе ултырышында депутаттарҙың һорауҙарына ресурс менән тәьмин итеүсе ойошма вәкилдәре яуап бирҙе. Ултырыш онлайн форматта үтте. Йылытыу өсөн хаҡтарҙың артыуына бәйле киҫкен хәл тәүгә күҙәтелмәй. Депутаттар, былтырғы тәжрибәгә ярашлы, был өлкәлә асыҡлыҡ индереүгә өмөтләнә. Мәсьәләне хәл итеү буйынса эшсе төркөмдәр урындарҙа ла эшләй. Йылытыу өсөн түләүҙәрҙең дөрөҫ иҫәпләнеүе, иҫәп ҡорамалдарының төҙөклөгө тикшерелә. Халыҡҡа аңлатыу эштәре алып барыла. БашРТС эргәһендәге “ Теплосбыт” филиалы директорв Ирина Попова белдереүенсә, түләүҙәрҙе тик иҫәп приборҙары дөрөҫ эшләмәгән, йылы биреү хеҙмәтенең сифаты ҡәнәғәтләндермәгән, майҙандар иҫәпкә тап килмәгән һәм индивидуаль иҫәп приборы күрһәткестәрен яңылыш теркәгән осраҡта, идарасы компания һәм ресурс менән тәьмин итеүсе ойошма тарафынан раҫланған акт нигеҙендә ҡайтанан ҡарарға мөмкин
Йылытыу өсөн хаҡтар ни өсөн арта?
Тулыраҡ: Йылытыу өсөн хаҡтар ни өсөн арта?