Февраль айынан Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы паспорттар тапшырыла башлай. Документ коронавирус инфекцияһын кисереп антиматдәләре асыҡланғандарға һәм Ковидҡа ҡаршы вакцина яһатҡандарға бирелә. Паспорт эйәләре ташламаларға иҫәп тота ала. Проект операторы функцияһын Башҡортостандың Һанлы үҫеш министрлығы башҡара – паспорт һанлы, QR-код рәүешендә буласаҡ. Уны алыу өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталында шәхси кабинетты теркәргә кәрәк. Проекттың асылы шунда: ковидтан прививка яһатҡан кеше өҫтөнлөктәргә, льготаларға, ташламаларға эйә һәм эпидемияға ҡаршы саралар сиктәрендә индерелгән сикләүҙән азат ителә. Башинформ агентлығы хәбәр итеүенсә, прививка эшләткән кеше тамашасыларҙың 30 процентлы квотаһынан тыш спектаклдәргә, концерттарға, киноға бара ала. Спорт уйындарында тулы трибунала ултырырға хоҡуҡлы. Ҡайһы бер магазиндар-проекттың партнерҙары QR-код буйынса ҡатнашыусыға ташлама яһай. Вакцина алған кешеләр фитнес-үҙәктәргә, шифаханаларға, туристик урындарға иркенләп йөрөй ала. Уҡытыусыларға өҫтәмә аҡса һәм ял көндәре бирелә. 65 йәштән өлкәндәргә ҡарата барлыҡ эпидемияға ҡаршы сикләүҙәр бөтөрөлә. Дөйөм вакцинация Рәсәйҙә 18 ғинуарҙан башланды. Әлегә республикала 80-дән ашыу вакцина яһатыу пункты эшләй.
Ковидҡа ҡаршы паспорт өҫтөнлөктәре
Тулыраҡ: Ковидҡа ҡаршы паспорт өҫтөнлөктәре