Ашығыс ярҙам табибы Айгөл Мөхәмәтйәнова пандемия башланғандың тәүге көндәренән үк Ковид-19 менән ауырыусыларҙы ҡабул итеү боксында эшләй. Хәҙер инде коридор бушап ҡалған. Ә быға тиклем көн һайын йүткереп һәм юғары температура менән килгән 50-60 кешене ҡабул итергә тура килгән. Шуға ла ул вакцинация башланыуын көтөп алған. « СпутникV » вакцинаһын эшләү ике этапта үтә. Тәүгеһенән һуң кәмендә 21 көн үткәс икенсе тапҡыр укол һалалар. Ошо ваҡыт арауығында кешелә иммунитет барлыҡҡа килергә тейеш. Вакцинаның ике компонентын да ҡуйҙырған шәфҡәт туташы Ирина Евсеева ла үҙен яҡшы тоя. Ультратауыш диагностикаһы табибы Инесса Әхмәҙуллина ошо көндәрҙә генә прививка яһатҡан. Табип ҡатын өлкән әсәһе һәм ҡыҙы менән йәшәй. Яҡындарын сирҙән аралау өсөн вакцина эшләүҙе мотлаҡ тип һанай. Үтә босолоусан кеше булараҡ ныҡ тулҡынландым, ти ул. Сөнки вакцинаны һәр организм төрлөсә ҡабул итә. Кемдеңдер тән температураһы күтәрелә, баш ауыртыуы ихтимал. Бер тәүлектән һуң Инесса Әхмәҙуллина үҙен яҡшы тоя.Вакцинаның икенсе этабы алдынан ҡан тапшырып антимәтдәләр күләмен дә тикшерергә ниәтләй. Әлегә 3 ҡат битлек кейеп йөрөй.Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала йәмғеһе 7 мең ярым кеше Ковид-19 инфекцияһына ҡаршы вакцина эшләткән. Шулаҙың 5 меңе — медицина хеҙмәткәрҙәре
Башҡортостанда әле 5 меңгә яҡын табип Ковид-19-ҙан прививка яһатҡан
Тулыраҡ: Башҡортостанда әле 5 меңгә яҡын табип Ковид-19-ҙан прививка яһатҡан