Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының „Беҙ бергә„ акцияһы дауам итә. Уның сиктәрендә ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙам күрһәтелә. Был юлы тәғәйен йәшәү урындары булмағандарға һөт һәм башҡа аҙыҡ- түлек тапшырылды. Крестовоздвиженск сиркәүе янындағы приютта Алик Мөхәммәтғәлиев ике ай йәшәй. Ауыр хәлдә ҡалғандар өсөн торлаҡ барлығы хаҡында дауаханала танышҡан ханым әйтте, ти ир. Изге күңелле, башҡаларҙың ҡайғыһына битараф булмаған кешеләрҙең ярҙамы менән көн итә бында йәшәүселәр. Саҡмағош районы Аблай ауылындағы ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Айҙар Ғабдуллин хәйриә акцияларында йыш ҡатнаша. Сиркәү ВӘКИЛДӘРЕ йортһоҙҙарға документтарын теүәлләргә, һаулыҡтарын нығытырға, кәрәк булһа дауаханаға ятырға, ҡала поликлиникаларына беркетелергә ярҙам итә. Приютта барлығы 40 кеше йәшәй, уларҙың 15 генә үҙ аллы хәрәкәт итә ала. Бында улар күпме талап ителә шул тиклем көн итә. Бөтә Рәсәй халыҡ фроны активистары был юлы Өфөнөң төрлө супермаркеттарына ҡуйылған „Изгелек кәрзиндәренә„ йыйылған аҙыҡ-түлек алып килде. Приют изге күңелле кешеләр ярҙамы менән көн итә. Әлеге мәлдә ирҙәр кейем-һалымына, медицина кәрәк-яраҡтарына һәм аҙыҡ-түлеккә мохтаж улар. Битараф булмаған һәр кем уларға ярҙам ҡулы һуҙа ала.
Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам
Тулыраҡ: Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам