Йола буйынса был көндө барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге тип һанала. Башҡортостанда йәшәгән православ христиандар ҙа иордань – уйылған мәкеләргә сумып үҙҙәрен сафландырҙы. Керәшен байрамы тәртибенең береһе — сиркәүҙәрҙә ғибәҙәт ҡылыу. Әйтелгән вәғәздәр, байрам Литурияһы Иисус Христос хөрмәтенә. Диндар билдәләүенсә, сафландырылған һыуға сумыу мотлаҡ үтәлергә тейешле ғәмәл түгел. Республикала барыһы 74, ә башҡалала 7 урында мәке уйылған. Яҡутов паркындағы Һалдат күлендәге иорданьға айырыуса күп кеше йыйылды. Мәке, йәки, иорданьгә сумыу күптәр өсөн ихтыяр көсөн һынау. Изге һыуҙа 3 тапҡыр сумып алырға. Әммә тәү тапҡыр барыһы ла йөръәт итмәй. Һалҡын һыуға сумыр өсөн организм алдан әҙерлек үтергә тейеш, ти медицина хеҙмәткәрҙәре. Сөнки сыныҡмағандар өсөн файҙаһына ҡарағанда зыяны күберәк булыуы ихтимал. Һыу инеү урындарында ҡотҡарыусылар, ашығыс ярҙам, полиция һәм йәмәғәт хәүефһеҙлеген һаҡлау үҙәге хеҙмәткәрҙәре дежур итте. Һыу инергә теләүселәр һаны күп, шуға ла мәкегә икешәрләп кенә үткәрҙеләр. Йылы палаткалар ҙа ирҙәр һәм ҡатындар кейенеп алыр өсөн айырым бүленгән. Был йола төрлө ауырыуҙан һәм сырхауҙан һауығыуҙа, күңел таҙарыуына булышлыҡ итә, тигән ышаныс бар. Мәкегә сумыу өсөн йылдан-йыл күберәк кеше килә. Әммә руханиҙар билдәләүенсә, байрам көнөндә иң мөһим шарт — доға ҡылыу.
Православ христиандар оло байрамын билдәләне
Тулыраҡ: Православ христиандар оло байрамын билдәләне