Минең халҡымдың тарихы

Тулыраҡ: Минең халҡымдың тарихы

Республикала йәшәгән төрлө милләт кешеләренең телдәре, мәҙәниәте, ғәрәф-ғәҙәттәре, дине айырылһа ла, уларҙың яҙмышын берләштергән тарихи ваҡиғалар бихисап. Граждандар һуғышы булһынмы ул, репрессия йылдарымы, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы шуларҙың береһе. Башҡортостандың мәғариф министрлығы ойошторған “Минең халҡымдың тарихы” тип аталған лекциялар республика мәктәптәрендә уҡыған төрлө милләт балаларын берләштереүсе тағы ла бер ваҡиға булды. Дәрестәр ябай түгел, уларҙы интернет селтәре аша онлайн форматта төбәктең бөтә мәктәп, лицей, гимназияларында ҡаранылар. Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың тарихы, мәҙәниәте тураһында тарихсылар: республиканың Милли музей директоры Марат Зөлҡәрнәев, Өфөнөң 162-се полилингваль күп профилле мәктәбе директоры Наил Әминев, Хәрби фәндәр академияһының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе ағзаһы Михаил Бикмеев һөйләне.