27 ғинуарҙа СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры, боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы Ғабдрахман Ҡадыровҡа 75 йәш тулған булыр ине. Ошо уңайҙан данлыҡлы яҡташыбыҙҙы яҡындары һәм дуҫтары иҫкә алды. Ғабдрахман Ҡадыровтың уңыштары әле лә онотолмай, уның эше дауам итә. Башҡортостан спортсылары Рәсәй һәм донъя чемпионаттарында юғары һөҙөмтәләргә ирешә. Ғабдрахман Ҡадыров үҫмер сағында уҡ мотоуҙыш спортына ғашиҡ була. Ә ун туғыҙ йәшендә Ҡаҙан ҡалаһында уҙғарылған мотоуҙыш ярыштарында еңеп, спорт мастеры нормативын үтәй. Команда уҙыштарында биш тапҡыр чемпион була, СССР кубогын өс тапҡыр яулай.
1964 йылда Ғабдрахман Ҡадыров илдең йыйылма командаһына алына. Ленинград ҡалаһында үткән биш этаплы Европа финалында ҡатнаша. Уларҙын өсәүһендә еңеп Европа чемпионы була. Тап боҙҙа мотоуҙыш буйынса Ғабдрахман Ҡадыров беренсе Европа чемпионы исемен ала. Һуңынан ул 6 алтын, бер көмөш һәм бер бронза миҙал яулай.
Сит илдәрҙә Ғабдрахман Ҡадыровҡа Битл-бой тигән ҡушамат бирәләр. Сөнки, ул Битлз төркөмөнөң музыкантына оҡшаған була. Шулай уҡ, Ғабдрахман Ҡадыровты ҡыҫҡаса исеменең тәүге хәрефтәренән Габ тип тә йөрөтәләр.
Спортсы 1995 йылда вафат булды. Мотоуҙышсының исемен мәңгелләштереү йәһәтенән, ул йәшәген йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. Бынан тыш Ғабдрахман Ҡадыров исемендәге спорт клубы ойошторола.
Башҡортостанда мотоспорт яҡшы үҫешкән. Өфөлә Ғабдрахман Ҡадыров исемендәге спорт мәктәбе уңышлы эшләй, шулай уҡ республиканың башҡа ҡалаларында мотоклубтар бар. Өфө Рәсәйҙә мотоциклда уҙышыу спорты буйынса күптән инде баш ҡала иҫәпләнә. Беҙҙә 1962 йылдан башлап Халыҡ-ара мотоциклда уҙышыу федерацияһының шәхси донъя чемпионаты уҙғарыла. Әлбиттә, донъя кимәлендә Башҡортостандың ошондай танылыу алыуында Ғабдрахман Ҡадыровтың өлөшө баһалап бөткөһөҙ