Ул картина ғына түгел, китап та яҙа

Тулыраҡ: Ул картина ғына түгел, китап та яҙа

Ошо көндәрҙә Өфөлә танылған рәссам, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғабдулла Әхмәтшиндың шәхси күргәҙмәһе үтте. Сараға Благовещен ҡалаһынан рәссамдың уҡыусылары ла килгән. Эльвина Әхмәтова бишенсе класта белем ала. Ҡылҡәләм менән оҫталарса эш итеү серҙәренә өйрәткән остазыма рәхмәтлемен, ти ҡыҙ.

Ғабдулла Зәкир улы Миәкә районының Шатман-тамаҡ ауылында тыуған. Үҙенең беренсе рәсемен биш йәшендә яһай. Ю.Васнецовтың “Өс баһадир ” һүрәтенең күсермәһен эшләй.

Күргәҙмәлә иҫ киткес картиналар, ике йөҙгә яҡын тәбиғәт һәм кеше тормошонан төрлө күренештәр, кейеҙҙә үҙенсәлекле һүрәттәр – былар барыһы ла Ғабдулла Әхмәтшиндың ижадҡа бирелеп китеп эшләүен дәлилләй.

Һәләтле кешенең һәләттәре лә күп төрлө. Рәссам картиналар ғына түгел, китап та яҙа. Ғабдулла Закир улы тағы ла халыҡ йырҙарын башҡарып, ҡумыҙ-ҡурайҙа уйнап тамашасыны таң ҡалдырҙы.