Өҙөлгән моң

Тулыраҡ: Өҙөлгән моң

Бөгөн йәмәғәтселек ваҡытһыҙ арабыҙҙан киткән билдле йырсы Вәсилә Фәттәхованы һуңғы юлға оҙатты. Башҡортостан һәм Татарстан халҡы, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән Вәсилә Фәттәхованы һуңғы юлға оҙатырға килгән йөҙәрәлгән кеше. Милли эстарданың сағыу йондоҙо Вәсилә Фәтәтхованың ижад юлы сағыу булһа ла, уның шәхси тормошо күптәргә фәһем . Туғыҙ йәшендә атайһыҙ ҡалған Вәсилә, ун туғыҙ йәшендә әсәһен дә юғалта. Теүәл ун йылдан һуң бер туған һеңлеһе Әлфиәне ерләгән.

Ай дауамында үлем һәм тормош араһында көрәшкән Вәсилә Фәттәхова өлөшөнә төшкән һынауҙы Башҡортостан халҡы үҙ ҡайғыһы тип ҡабул итте. Республиканың төп клиникаһында эшләгән табиптар бригадаһы йырсыға бер ай эсендә алты операция яһай. Тик икенсегә әсәй булған Вәсилә Фәттәхова өсөн был ашығыс сараларҙың һөҙөмтәһе булмай сыҡты.

Белорета тыуып үҫкән Вәсилә Фәттәхованың ижад юлы тап Башҡорт дәүләт филармонияһында башлана. Йырсы тәүге тапҡыр тап ошо концерт залындағы конкурста сығыш яһап, үҙенең сәхнә кешеһе икәнен раҫлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Вәсилә Фәттәхова өсөн һуңғы алҡыштар ҙа филармонияла яңғыраны. Башҡортостандың атҡаҙанған артитсы Вәсилә Фәтәтхова Өфөнөң көнъяҡ зыяратында ерләнде.