Хаҡтар ни өсөн артҡан?

Тулыраҡ: Хаҡтар ни өсөн артҡан?

Башҡортостанда йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн хаҡтар күрше төбәктәр менән сағыштырғанда иң юғарыларҙан һанала. Шул уҡ ваҡытта Волга буйы федераль округында республика бишенсе урынды биләй. Был турала Тарифтар буйынса дәүләт комитетынан белдерҙеләр. Әле Прокуратура йылылыҡ өсөн хаҡтар артыуына бәйле үҙ тикшереүен башланы. Түләүҙәргә бәйле мөрәжәғәттәрҙең 90 проценты БашРТС ойошмаһына тап килә тип хәбәр итәләр күҙәтеү органдары. Декабрь өсөн квитанциялағы сумма 42 проценттан да күберәккә артҡан осраҡтар айырым контролгә алынған. Улар буйынса комиссия тикшереүе бара. Шул уҡ ваҡытта йылылыҡ менән тәьмин итеүсе ойошма вәкилдәре артыҡ түләнгән сумманы кире ҡайтарыу өсөн 4 сәбәптең кәмендә береһе булырға тейеш, тип билдәләй. Шул уҡ ваҡытта халыҡтың күпләп мөрәжәғәте буйынса йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙең законлы башҡарылыуына Прокуратура үҙ баһаһын бирәсәк. Хоҡуҡ һаҡсылары йыылылыҡ үлсәү ҡоролмаларының төҙөклөгөн һәм дөрөҫ эшләүен тикшерәсәк.Тарифтарға килгәндә, 2013 йылға тиклем Волга буйы федераль округы төбәктәрендә йылылыҡ энергияһы өсөн хаҡтар Башҡортостанда иң түбәндәрҙән була. Бының менән риза булмаған БашРТС вәкилдәре Тарифтар буйынса федераль хеҙмәткә мөрәжәғәт итеп суммалар бер нисә тапҡыр яңыртыла. Һөҙөмтәлә бөгөн йылылыҡ буйынса Республика иң ҡиммәтле төбәктәр исемлегендә.Йылылыҡ менән тәьмин итеүсе ойошма вәкилдәре билдәләүенсә, декабрҙә һауа торошо ғәҙәти булған. Ә бына ғинуарҙа көндәрҙең кинәт йылытып ҡапыл сатлама һыуыҡтар төшөүе технологик ҡатмарлыҡтар менән бергә артыҡ йылытыу йә айырым фатирҙарҙың етәрлек йылынмауына алып килә. Тимәк, февралдә суммаларҙың тағы ла юғарыраҡ булыуы ихтимал