Өфөнөң Тыныслыҡ урамында урынлашҡан 16 йортта йәшәүселәр биш йыл дауамында фатирҙарға йылыны тейешле кимәлдә биреүҙе һорай. Бөтә өмөтөн юғалтҡан халыҡ Орджоникидзе районының торлаҡ файҙаланыу участкаһые хеҙмәткәрҙәренә йәнә мөрәжәғәт итә. Әммә сираттағы осрашыу ығы-зығы менән тамамланды. Күп ҡатлы йортта йәшәүселәрҙең проблемаһы ҡасан хәл ителер? Нисәмә ҡат юрған ябынһаң да, төнөн барыбер йоҡлап булмай, ти 80 йәшлек Нәжибә Абдулхаҡ ҡыҙы. Ханым фатирҙа йылы әйбер кейеп, биленә шәл урап йөрөргә мәжбүр. Ут өсөн аҡса күп килһә лә, һыуыҡҡа сыҙап булмағас, ҡайһы берҙә йылытҡысты ла ҡабыҙам, тип зарлана ул. Бүлмәләр һалҡын булыу сәбәпле, пенсионер яңыраҡ бөйөрөнә лә һыуыҡ тейҙергән. Нисәмә мең һум аҡса түләнә, ә фатир барыбер һыуыҡ. Йылылыҡ мәсьәләһе ике бала атаһы Алексей Вахмистровты ла борсой. Өфөнөң Тыныслыҡ урамынында урынлашҡан 16 –сы йорттоң дүрт подъезында йәшәүселәр ҡышҡыһын йылылыҡ булмауына зарлана. Улар биш йыл буйы был мәсьәләне хәл итеүҙәрен үтенә. Әммә боҙ һаман урынынан ҡуҙғалмай. Урындағы халыҡ һүҙҙәренсә, күп ҡатлы йортта батареяның һыу әйләнешен тәьмин итеүсе насосы юҡ, шунлыҡтан эҫе һыу канализацияға китә. Орджоникидзе районының торлаҡ файҙаланыу участкаһы хеҙмәткәрҙәре был мәсьәлә буйынса бер ниндәй ҙә яуап бирмәй, тип дәлилләй халыҡ. Сираттағы осрашыу ҙа яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамланманы.Торлаҡ хужалығы менән идара итеү вәкилдәренә лә йылылыҡ булмау мәсьәләһе яҡшы таныш. Етәксе һүҙҙәренсә, күп ҡатлы йорт проекты дөрөҫ түгел. Шуға ла эҫе һыуҙың канализацияға ағыҙылыуы-әлегә берҙән-бер ысул. Һөҙөмтәлә, йортта эштәр быйыл май айында башланасаҡ, тип вәғәҙә иттеләр. Ә әлегә иһә халыҡҡа үҙ фатирҙарында йылы кейенеп йөрөргә тура килә. Шулай ҙа ни өсөн биш йыл дауамында был проблема хәл ителмәүе ҙур һорауҙар тыуҙыра.
Һыуыҡ фатир өсөн алты мең һумдан ашыу аҡса
Тулыраҡ: Һыуыҡ фатир өсөн алты мең һумдан ашыу аҡса