Урам һепереүсе миллионер

Тулыраҡ: Урам һепереүсе миллионер

Өфөлә йәшәгән урам һепереүсе Юрий Ветлугинды реклама һәм мода агентлыҡтары үҙҙәренә эшкә саҡыра. Өсөнсө төркөм инвалид булған ир кеше мутлашыусылар ҡармағына эләгеп, 700 мең һумға кредит бурысына бата. Бәхеткә, Юраға миһырбанлы кешеләр ярҙамға килә. Юрий Ветлугинды хәҙер кемгә генә оҡшатмайҙар. Мэтью Макконахи, Хаокин Феникс. Ә барыһы ла Юраның балалыҡ дуҫы фотограф Роман Филлиповтың эше. Тап ул ябай урам һепереүсенең дә “Йыл кешеһе” исеменә лайыҡ була алырлыҡ икәнен раҫланы. Романдың һүҙҙәренә ҡарағанда, тәүҙә Юраға ярҙам итеү өсөн аҡса йыйыу төп маҡсат булмай. Тик һуңынан ғына ул фотоһүрәттәр аҫтына аҡса күсереү өсөн карта иҫәбен өҫтәп ҡуя. Асыҡланыуынса, урам һепереүсенең 700 мең һумға яҡын бурысы йыйылып киткән. Мутлашыусылар уны алдап ошо суммаға кредит алдыра. Ай һайын Юрий Ветлугиндың инвалидлыҡ пенсияһы ла, эш хаҡын да тотоп ҡалып барғандар. Өҫтәмә табыш өсөн ул иҫке ҡағыҙҙар, ҡалай һауыттар ҙа йыйып тапышырып ҡарай. Ә бына социаль селтәрҙәрҙәге танылыуҙан һуң уның иҫәбенә илдең төрлө төбәктәренән 900 мең һум самаһы аҡса йыялар. Аҡса йыйыу тамалаған. Юра бурыстары менән тулыһынса иҫәпләшкән. Әле иһә миһырбанлы кешеләр ул йәшәгән фатирҙы ремонтлауға аҡса йыя. Юрий Ветлугин бала саҡтан инвалид. Ул шул тиклем кешеләргә ныҡ ышана. Тап ошо фиғеле арҡаһына урам һепереүсе ир бәләгә тарый ҙа инде. Һуңынан Юраны Роман Филлиповтың әсәһе менән өләсәһе тәрбиәгә ала. Улар Юраға фатир алырға ярҙам итеп кенә ҡалмай, ә уның трлағына ҡул һуҙырға маташыусылар юлына ла арҡыры төшә. Башҡорт Метью Макконахиһының һөнәрҙәре бихисап. Ул сәскәләр үҫтереп, уларҙы ҡимәтәллек әсәһенә бүләк итә, штукатур ҙа булып эшләй ала. Урам һепереүсе Юрий кешеләрҙә ихласлыҡты ярата. Ә бына Роман Филлипов әйтеүенсә, матур фотоһүрәттәрҙең сере бик ябай. Уларҙа Юрий Ветлугин үҙе, ә яһалма кеше түгел