Гитлерҙың шәхси дошманы

Тулыраҡ: Гитлерҙың шәхси дошманы

“Ҡара генерал” Даян Мурзиндың тыуыуына 100 йыл тулды. Бөйөк Ватан һуғыш йылдарында ул партизан, разведка отрядтары командиры була. Уға Чехия һәм Словакияның милли геройы исеме бирелә, 15 ҡаланың почетлы гражданы, майҙан-урамдар уның исемен йөрөтә.Бөйөк Ватан һуғышын Даян Мурзин 10-сы уҡсылар дивизияһы составында взвод командиры вазифаһында ҡаршылай. Һуғыш барышында 1944 йылда Украина партизан хәрәкәтенең Махсус разведка мәктәбен тамамлай. Артабан бер-нисә партизан отрядына етәкселек итә. Чехословакия территорияһында ғына Ҡара генералдың отряды 4 меңгә яҡын дошман ғәскәрен ҡыра. Һуғыш йылдарынан һуң Даян Мурзин бар ғүмерен Башҡорт АССР-ы прокуратураһында һәм Башҡортостан Республикаһының адвокаттар коллегияһында эшләүгә бағышлай.