Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре 320 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Тулыраҡ: Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре 320 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Үҙәк хәрби округының берҙән-бер инженер бригадаһы һөнәри байрамын Шишмә районында махсус күнекмәләрҙә ҡаршы алды. Сценарийға ярашлы, дошман ғәскәре Дим йылғаһы аша үткән күперҙе шартлата. Инженер бригадаһына иһә бер сәғәт эсендә йылға аша понтон күпер һалып техника йөрөшөн тергеҙеү маҡсаты ҡуйыла.Боҙҙо шартлатҡандан һуң яҡынса 70 метр оҙонлоғондағы тимер күпер бер-нисә минут эсендә ике ярҙы тоташтырырға тейеш. Был бурысты үтәүгә үҙәк хәрби округының 12-се инженер бригадаһының понтон батальоны һалдатары йәлеп ителә.Алкин хәрби гарнизонында контракт буйынса хеҙмәт итеүсе Айнур Хәмитов әйтеүенсә, бындай күнекмәләр көндәлек эш кеүек. Тап улар ярҙамында яҡшы күрһәткестәргә һәм һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин. Бөгөн инженер ғәскәре саперҙар, конструктурҙар, штурмовиктар, шартлатыусылар һәм башҡа белгестәрҙән тора. Яу яланында бер операция ла инженер ғәскәрҙәре ҡатнашлығынан тыш үтмәй.Инженер ғәскәрҙәре көнө алдынан үткәргән күнекмәләрҙә Үҙәк хәрби округының 12-се гвардия инженер бригадаһы йәнә төрлө ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итә аласағын иҫбатланы.Инженер ғәскәрҙәре-Рәсәй армияһының махсус ғәскәре. Ил алдындағы бик күп мәсьәләләр тап инженер бригадаларына йөкмәтелгән. Хәрби операцияларҙан тыш, инженер ғәскәрҙәре, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү, күперҙәр төҙөү, юлдар һалыу кеүек операцияларҙа ла әүҙем ҡатнаша.