Был сертификатты отоусы Өфөнән 350 км алыҫлыҡта йәшәһә лә, бүләкләү тантанаһына шәхсән үҙе килгән. Альберт Мәхмүтов Пермь крайы Барҙа районының тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры вазифаһын башҡарыу менән бер рәттән социаль селтәрҙәрҙә лә әүҙем эш алып бара. Уның “Бер ҡомарҡты тарихы” тигән проекты Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә уҙғарған конкурста еңеп сыҡты. Киң мәғлүмәт сараларында һәм һәм социаль селтәрҙәрҙә башҡорт теле тураһында контентты арттырыу, телгә һәм халыҡҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыуҙы маҡсат итеп алған конкурс 2021 йылдың майына тиклем уҙғарыласаҡ. Ай һайын биш еңеүсене билдәләп, 10 000 һумлыҡ сертификат менән бүләкләйҙәр. Киләһе конкурсҡа киң мәғлүмәт саралары, онлайн-проект вәкилдәре һәм блогерҙарҙан ғаризалар ҡабул итеү башланған да инде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡа күләмле проекттар өҫтөндә эште быйыл да дауам итә. Улар иҫәбендә "Шайморатов вариҫтары", Айыҡ ауыл, Рәсәй субъекттарында башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре" һәм башҡалар. Ә яңы проекттарҙың күбеһе тарихҡа ҡағыла. Сөнки 2021 йыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Башҡорт тарихы йылы тип иғлан ителде. Башҡорт тарихы йылының төп йүнәлештәре — башҡорт ырыуҙары тарихы, "Төнъяҡ амурҙары" проекты, Каруанһарай тарихи-архитектура комплексының 175 йыллығы, күренекле башҡорт шәхестәре иҫтәлеген мәңгеләштереү һәм башҡалар. Тематик йылдың программаһын ғәмәлгә ашырыу барышында планлаштырылған барлыҡ саралар менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының сайтында танышырға мөмкин
Башҡорт тарихы йылы
Тулыраҡ: Башҡорт тарихы йылы